15:30 (UTC+5), 12 Октябрь 2017

Республикала суд приставы оло йәштәге ҡатынды янған йорттан күтәреп алып сыҡҡан

ӨФӨ, 2017 йыл, 12 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостанда суд приставы оло йәштәге ҡатындың ғүмерен ҡотҡарған. Суд приставтары федераль хеҙмәте Башҡортостан идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Иглин районының суд приставтары бүлегенә китеп барған Антон Говорко бер ҡатлы кирбес күп фатирлы йорттоң ҡыйығынан ялҡын телдәрен һәм ҡара төтөн сығыуын күреп ҡала.
Суд приставы янғын бригадаһын саҡырып, шунда уҡ ярҙамға ташлана. Юлдағы ҡойма аша һикереп сығып, Говорко унда кешеләр бармы, юҡмы икәнлеген белеү өсөн ут бөрккән өйгә инеп китә. Ишек янында ул өлкән йәштәге ҡатынды осрата. Ул үҙенең насар йөрөүе хаҡында әйтә. Шунан һуң суд приставы зыян күреүсене янған йорттан күтәреп алып сыға.
35-се янғын бүлеге начальнигы урынбаҫары Сергей Якутчик кешене ҡотҡарғанда грамоталы эш итеүе һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәренә ярҙам күрһәткәне өсөн суд приставына рәхмәт белдерҙе.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика