04:40 (UTC+5), 12 Октября 2017

Башҡортостанда һәләтле балалар өсөн лицей һәм балалар технопаркы барлыҡҡа киләсәк

Республика балалар технопаркы сайты
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 12 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Яҡын ваҡыт эсендә Башҡортостанда һәләтле балалар өсөн махсуслаштырылған лицей һәм балалар технопаркы барлыҡҡа киләсәк. Ошо хаҡта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Республика көнөнә арналған тантаналы йыйылышта белдерҙе.
- Һәләтле йәштәргә ярҙам итеү мөһим эш йүнәлеше булып тора. Мин физика-математика йүнәлешле һәләтле балалар өсөн мәктәп эргәһендәге интернат менән Республика лицейын булдырырға йомош ҡуштым, – тине төбәк етәксеһе. – Октябрь айының урталарында ҙур предприятиелар менән кооперация нигеҙендә өс майҙансыҡта «Башҡортостан кванториумы» балалар технопаркы асыласаҡ.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, махсуслаштырылған физика-математика лицейын асыу идеяһы Рөстәм Хәмитовтың Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусылары менән осрашыуҙа тикшерелде. Ошондай уҡыу йортоноң булыуы һәләтле балалар менән шәхсән эшләү өсөн кәрәкле шарттар булдырырға һәм уларға республикала артабан эшләү өсөн перспективалы варианттар тәҡдим итергә мөмкинлек бирәсәк.
«Башҡортостан кванториумы» технопаркы Стратегик башланғыстар агентлығы тарафынан раҫланған «Балаларға өҫтәмә белем биреү системаһының яңы моделе» программаһы сиктәрендә Республика балаларға белем биреү технопаркы нигеҙендә ойошторола. Ул өс майҙансыҡта эшләйәсәк, икәүһе – Өфөлә, берәүһе Благовещенда урынлашҡан. Концепцияға ярашлы, үҙәк уҡыусыларҙы төрлө өлкәләге инженер-конструкторлыҡ, тикшеренеү һәм проект эшмәкәрлегенә йәлеп итеүгә булышлыҡ итәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика