11:59 (UTC+5), 12 Октябрь 2017

Башҡортостан делегацияһы Сочиға XIX Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестиваленә юлланды

ӨФӨ, 2017 йыл, 12 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостан делегацияһы Сочиға XIX Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестиваленә юлланды. Форумда донъяның 150 иленән 20 меңдән ашыу кеше ҡатнаша. Рәсәй исеменән 85 субъекттан 10 000 ҡатнашыусы сығыш яһай. Республиканан бөтәһе 1200-ҙән ашыу ғариза бирелгән. Ике йөҙ кеше һайлап алыу турын үткән. Ҡатнашыусылар араһында — коммерцияға ҡарамаған йәштәр ойошмалары лидерҙары, журналистар, ғалимдар һәм уҡытыусылар, йәштәр ойошмалары, сәйәси партиялар, студенттарҙың үҙидаралығы, спорт клубтары лидерҙары, ижади йәштәр бар.
Фестиваль барышында интеллектуаль милек мәсьәләләренә арналған Халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференция уҙа, тип һөйләне Башҡортостандан Федерация Советы ағзаһы Лилиә Ғүмәрова.
«Беҙ яҡынса 500 ҡатнашыусыны көтәбеҙ, унда уларҙың төрлө өлкәләге һөҙөмтәләре менән таныштырыу ҡаралған. Йәш уйлап табыусылар фәнни-техник проекттарын күрһәтә ала, ә ойоштороусыларҙың төп маҡсаты — уларға тормошҡа юллама биреү», — тине парламентарий.
Дөйөм алғанда, фестиваль йәш таланттарға уй-фекерҙәр менән алмашырға, тыныслыҡты һаҡлау һәм экологик бәләләрҙе еңеп сығыу мәсьәләләре буйынса көстәрҙе берләштерергә мөмкинлек бирәсәк. Йәштәр даирәләрендә фәнни элитаны туплауҙан һәммәһе лә отасаҡ, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды сенатор.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика