11:56 (UTC+5), 10 Октября 2017

Төбәктә урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы буйынса төҙөлгән яңы балалар майҙансығы тирәләй янъял ҡыҙа бара

ТНТ-Нефтекама видеояҙмаһынан скриншот
ТНТ-Нефтекама видеояҙмаһынан скриншот
ӨФӨ, 2017 йыл, 10 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостандың Краснокама районы Николо-Березовка ауылында урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы буйынса төҙөлгән яңы балалар майҙансығы тирәләй бәхәстәр тынмай.
Парктағы изге шишмә янында балалар өсөн уйын майҙансығын ҡуйырға былтыр уҡ хәл иткәндәр. Төҙөлөш өсөн кәрәкле 1,5 миллион һумдың өстән бер өлөшөн ауыл халҡы йыйған. Бер йылдан һуң, май айында улар изге эш өсөн һалған аҡсаһын кире ҡайтарыуҙы талап иткән, сөнки вәғәҙәләнгән уйын комплексы булмаған. Бына хәҙер, биш ай үткәс, Николо-Березовка ауылында йәшәүселәр йәнә йыйылған аҡсаны кире ҡайтарыуҙы талап итә, был юлы инде икенсе сәбәп буйынса. Балалар майҙансығы урынында, әммә балалар ҙа, өлкәндәр ҙә ҡыуаныс кисермәй.
Халыҡтың ризаһыҙлығының сәбәптәре тураһында ТНТ-Нефтекама телеканалы хәбәр итте. Бәүелсәктәр текә яр ситендә, уйын комплексы яңы түгел, карусель ҡуйылмаған — күмәк көс менән йыйылған аҡсаға төҙөлгән «яңы» балалар майҙансығы шундай.
Ауыл биләмәһе башлығы Александр Карабут һүҙҙәренсә, бөтә конструкцияларҙың хаҡы ни бары 200 һумға төшкән, ҡалған сығымдар уларҙы ҡуйыуға, тупраҡ килтереүгә, асфальт түшәүгә, ҡоймалауға тотонолған. Асыулы кешеләрҙе тынысландырыу өсөн властар яр ситендәге бәүелсәктәрҙе хәүефһеҙерәк урынға күсерергә вәғәҙә бирҙе.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика