12:01 (UTC+5), 10 Октября 2017

Республикала кемдәр бала ҡарау буйынса бушлай хеҙмәт менән файҙалана ала?

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 10 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Республика ғаиләгә һәм балаларға социаль ярҙам үҙәгендә һәм уның бүлексәләрендә өс йәшкәсә сабый йәки 18 йәшкә тиклемге инвалид балаларҙы ваҡытлыса ҡарау буйынса бушлай хеҙмәт менән файҙаланырға теләгәндәрҙән ғаризалар ҡабул ителә.
Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында аңлатыуҙарынса, ошо сара аҙ тәьмин ителгән граждандар (күп балалы, инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр, яңғыҙ әсәләр) өсөн ҡаралған. Уларҙың йән башына уртаса килеме йәшәү минимумы дәүмәленең 1,5 тапҡыр күләменән артмай. Хәҙер ошо сумма эшкә һәләтле халыҡ өсөн — 14044,5, пенсионерҙар өсөн 10750,5 һум тәшкил итә.
Әгәр ғаиләнең йән башына уртаса килеме 14 мең һумдан ашыуыраҡ булһа һәм ғаилә мохтаж тип танылмаһа, хеҙмәт коммерция хаҡы нигеҙендә күрһәтелә — сәғәтенә 40-140 һум.
Хеҙмәтте алыу өсөн ғаилә ғариза һәм документтар менән ғаиләгә һәм балаларға социаль ярҙам үҙәгенең теләһә ниндәй бүлексәһенә мөрәжәғәт итә ала:
Дим районы — Мусоргский урамы, 19а, 8(347) 286-12-53
Калинин районы — Богдан Хмельницкий урамы, 53, 8(347) 287-23-42
Киров районы — Кувыкин урамы, 14, 8(347) 287-23-18
Ленин районы — Ғафури урамы, 103, 8(347) 250-77-00
Октябрь районы — Р. Зорге урамы, 31, 8(347) 282-55-82
Орджоникидзе районы — Богдан Хмельницкий урамы, 68/1, 8(347) 263-86-85
Совет районы — Цюрупа урамы, 102, 8(347) 273-31-47
Благовещен ҡалаһы — Киров урамы, 3, 8 (34766) 2-21-58
Республика ғаиләгә һәм балаларға социаль ярҙам үҙәге — СССР-ҙың 50 йыллығы урамы, 27/1, 8 (347) 248-65-02.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика