05:39 (UTC+5), 10 Октября 2017

Республика көнөнә Иглин районында яңы мәктәп корпусы асылды

Иглин районы хакимиәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 10 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 9 октябрҙә, Республика көнө алдынан Иглин ауылында 1-се мәктәптең яңы корпусын асыу тантанаһы уҙҙы. Әлеге ваҡытта бында меңдән ашыу уҡыусы белем ала, ул ғәмәлдәге нормативтарҙан бер нисә тапҡырға күберәк. Шуға күрше бинаның корпусын яңыртырға һәм унда башланғыс класс уҡыусылары өсөн кабинеттар эшләргә ҡарар ителде. Дәрестәр яңы корпуста байрамдан һуң башланасаҡ, — тип хәбәр иттеләр Иглин районы хакимиәтендә.
Ремонт эшләнгән бинала дүрт класс. Уларҙа уҡытыу ҡорамалдары, интерактив таҡталар, ноутбуктар, күргәҙмә әсбаптар ҡуйылған.
«Беҙҙең өсөн был корпус ҙур бүләк булды, сөнки балалар йылдан-йыл арта бара», — тип билдәләне мәктәп директоры Земфира Камалетдинова.
Шул уҡ көндө райондың иң яҡшы белгестәре маҡтау ҡағыҙҙары һәм рәхмәт хаттары менән билдәләнде. Уларға наградаларҙы муниципалитет башлығы Ғафуан Шәйхетдинов тапшырҙы.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика