03:15 (UTC+5), 10 Октябрь 2017

Бешмә ауырыуы менән бәйле республикала меңгә яҡын хайуан юҡҡа сығарыласаҡ

Олег Яровиков
Әлфиә Әғлиуллина
ӨФӨ, 2017 йыл, 10 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Туймазы районында бешмә вирусын асыҡлау менән бәйле Башҡортостан власы меңгә яҡын хайуанды юҡҡа сығарырға бойороҡ биргән. Хәҙер инфекция сығанағынан 40 саҡрымғаса вакцинация бара, тип хәбәр итә «ТАСС» агентлығы төбәк Хөкүмәте вице-премьеры Ирек Мөхәмәтдиновҡа һылтанып.
«928 баш малды, шул иҫәптән 486 баш эре мөгөҙлө малды юҡҡа сығарыу тора», — тине ул оператив кәңәшмәлә.
«Бер үк ваҡытта малдарҙы мониторинг-клиник тикшереү уҙғарыла, 3422 проба һайланған, улар тикшереү өсөн Владимирға оҙатылған. Иртәгә кискә яңы сығанаҡтар барлыҡҡа килеү мөмкинлеге йәһәтенән дә һөҙөмтәләр алырбыҙ тип ышанабыҙ», — тине вице-премьер.
Уның һүҙҙәренссә, хәҙер вакцинация ауырыу сығанағынан 40 саҡрым самаһы ерҙә: Бәләбәй, Бүздәк, Шаран һәм Туймазы райондарында алып барыла. Туймазы районы хакимиәте малдары алынған һәм юҡҡа сығарылған граждандарға ихатаға биш мең һум күләмендә матди ярҙам түләй башлаған. Бөгөнгә 16 ғаилә түләү алған, тип асыҡланы вице-премьер.
Алдан малдарҙың ауырыуы арҡаһында Туймазы районында ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелеүе, карантин иғлан ителеүе хаҡында хәбәр ителгәйне. Ауырыу сығанаҡтары «Нур» крәҫтиән-фермер хужалығы биләмәһендә, шулай уҡ Йәрмөхәмәт һәм Үрмәкәй ауылдарында асыҡланды. 6 октябрҙә районда вирусты туҡтатыу тураһында хәбәр ителде.
Башҡортостан власы вирус эҙемтәләрен бөтөрөүгә кәмендә 35-40 миллион һум йүнәлтәсәк, тип хәбәр итте дүшәмбе көндө төбәк Башлығы Рөстәм Хәмитов, төбәктә ауырыуҙың 40 йыл эсендә тәүге теркәләүен билдәләп.
Төбәк Ветеринария идаралығы бешмә ауырыуы тураһында белешмә мәғлүмәтен алыу һәм граждандарға билдәләнгән ауырыу сығанағын бөтөрөү барышы хаҡында мәғлүмәт биреү өсөн ҡыҙыу линия асты. 8 (347) 218-10-18 телефоны буйынса шылтыратырға мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика