13:08 (UTC+5), 10 Октября 2017

Башҡортостанды «кинофикацияның яңы тулҡыны» лидерҙарының береһе тип атанылар

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 10 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Кино фонды Башҡортостанды «кинофикацияның яңы тулҡыны» лидерҙарының береһе тип атаны. Бәләкәй ҡалаларҙы кинофикациялау дәүләт программаһының ике йыл эшләү осоронда республикала 11 яңы кинозал төҙөлгән, йыл аҙағына тиклем тағы өс зал асыу күҙаллана, тип хәбәр итә Кино фонды директоры Антон Малышевҡа һылтанып РБК-Өфө.
Бәләкәй ҡалаларҙа дәүләт программаһы сиктәрендә асылған кинозалдар һаны буйынса Башҡортостан менән Татарстан Рәсәй төбәктәре араһында өсөнсө урында килә. Беренселә – Ульяновск өлкәһе, унда 14 зал эшләй (16-һы ярҙам алған). Икенсе урынды 12 кинозал менән Омск өлкәһе биләй. Бәләкәй ҡалаларҙы кинофикациялау дәүләт программаһы 2015 йылда эшләй башланы, әлеге ваҡытта ул 300 зал сиген үтте. Йыл һуңына программа 395 тораҡ пунктта 434 кинозалды үҙ эсенә алырға тейеш.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика