10:43 (UTC+5), 10 Октября 2017

Башҡортостанда көҙгө саҡырылыш кампанияһы: 5,3 мең егет хәрби хеҙмәткә оҙатыла

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 10 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Көҙгө саҡырылыш барышында Башҡортостандан 5,3 мең егетте хәрби хеҙмәткә оҙатыу ҡаралған. Яҙғы саҡырылыш кампанияһында Рәсәйҙең Ҡораллы Көстәренә һәм Милли гвардия ғәскәрҙәре федераль хеҙмәтенә республикабыҙҙан 5,1 меңдән ашыу кеше алынғайны.
Башҡортостан хәрби комиссариатының граждандарҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләү һәм саҡырыу бүлеге етәксеһе Риф Вәлиев мэрияла үткән оператив кәңәшмәлә ошо хаҡта хәбәр итте. Уның һүҙҙәренсә, Өфөлә саҡырыу ресурстарын алыу нормаһы уртаса һигеҙ процент тәшкил итә. Ауыл райондарында был күрһәткес ғәҙәттәгесә юғары.
«Пландың үтәлеше саҡырыу комиссияларының нисек эшләүенә бәйле», — тип билдәләне Риф Вәлиев.
Рәсәй Федерацияһы президенты Владимир Путиндың указына ярашлы, быйыл көҙ илдә 134 мең егет Ҡораллы Көстәр сафына оҙатыла.
Хәрби хеҙмәткә саҡырыу датаһы элеккесә ҡалған: 1 октябрҙән 31 декабргә тиклем.
Хеҙмәт итеү ваҡыты ла үҙгәрмәгән — быйыл армияға алыныусылар 12 ай хеҙмәт итергә тейеш.
Быйыл Рәсәй Президенты Владимир Путин армияла хеҙмәт итмәгән граждандарҙы дәүләт органдарына эшкә алыуҙы тыйған федераль законға ҡул ҡуйҙы. Хәҙер бер ниндәй сәбәпһеҙ армия хеҙмәтенән ҡасып йөрөгәндәрҙе махсус комиссия уның статусын раҫлаған һығымтаһынан һуң 10 йыл үткәс кенә дәүләт органдарына эшкә ҡабул итеүҙәре мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика