09:43 (UTC+5), 10 Октября 2017

Башҡортостанда экстремаль туризм өсөн үҙенсәлекле объект барлыҡҡа килеүе мөмкин

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 10 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Кисә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов дайвер – спелеологтарҙың ғилми-тикшеренеү экспедицияһында ҡатнашыусылар менән осрашты. Улар Башҡортостанға Йомағужа һыу һаҡлағысындағы Һаҡаҫҡы мәмерйә-шишмәһен өйрәнеү өсөн килгән. Ул Рәсәйҙә иң оҙон һыу аҫты мәмерйәһе исеменә дәғүә итә.
Экспедиция Экология һәм айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы сиктәрендә республиканың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты, Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы булышлығында Рус география йәмғиәте эгидаһы аҫтында уҙғарыла. 9-14 октябрҙә үтәсәк экспедиция сиктәрендә мәмерйәнең билдәле өлөшөн тикшереү, карта төҙөү һәм Һаҡаҫҡы сығанағына артабан үтеү күҙаллана. Эштәр ҙур тәрәнлектә (40-60 метр) һәм сығанаҡтан алыҫта (500 метрғаса һәм күберәк) барасаҡ.
Республика Башлығы экспедицияла ҡатнашыусылар менән техник тәьминәт, хәүефһеҙлек мәсьәләләрен, эш пландарын һәм бурыстарын тикшерҙе. Ул 1980-се йылдарҙа үҙенең спелеология менән мауығыуын, экспедиция тикшерәсәк ергә яҡын урынлашҡан Ҡотоҡ-Сумған мәмерйәһенә төшөүен билдәләне.
Уның һүҙҙәренсә, Башҡортостан картаһында донъя кимәлендәге яңы туристик объекттың барлыҡҡа килеүе күбеһенсә дайвер-спелеологтарҙың эш һөҙөмтәһенә бәйле. Ул республикала экстремаль туризмды үҫтерергә, төбәккә үҙенсәлекле сәйәхәтселәрҙе – эскстремаль спортсыларҙы йәлеп итергә ярҙам итәсәк.
- Бөгөн республикабыҙҙы туристик яҡтан танытыу буйынса ярайһы уҡ эш башҡарабыҙ, – тине Рөстәм Хәмитов. – Беҙҙә булған бар ҡыҙыҡлы һәм матур нәмәләрҙе, шул иҫәптән кешеләрҙе йәлеп итерҙәй ошондай ҡатмарлы, экстремаль маршруттарҙы күрһәтергә теләйбеҙ.
Экспедицияның етәксеһе Евгений Рунков билдәләүенсә, карст райондарына бай булған Башҡортостан – был туризм төрөн үҫтереү өсөн идеаль төбәк. Әлеге ваҡытта Рәсәйҙә мәмерйә дайвингын яратыусыларҙы йәлеп иткән Пермь крайындағы Ордин мәмерйәһе ныҡ танылыу алған.
- Мин Башҡортостанды яратам, мәмерйәләре тураһында ла күп кенә беләм һәм ошондай туристар – һыу аҫты мәмерйәһе белгестәре, дайверҙар – бында килә алһын өсөн барыһын да эшләргә тырышам, – тип һөйләне Евгений Рунков. – Әммә бының өсөн мәмерйә тикшерелергә, тасуирланырға, уның картаһы төҙөлөргә тейеш. Шунан һуң ғына туристар ошондай урындарға йөрөй башлаясаҡ.
Рөстәм Хәмитов экспедицияла ҡатнашыусыларҙың эш барышын иғтибарлы күҙәтәсәген билдәләп, уларға уңыштар теләне.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика