04:51 (UTC+5), 09 Октябрь 2017

Тонна ярымлыҡ элемтә юлдашы Ергә төшә

Интернет
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 9 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Совет заманында осоролған «Молния-1-44» икеләтә тәғәйенләнештәге элемтә юлдашы Ергә төшә. Рәсәй белгестәре иҫәпләүенсә, ул атмосферала янып бөтәсәк, Ергә тиклем тик бәләкәй киҫәктәрҙең генә төшөп етеүе ихтимал.
«Молния-1-44» үҙ эшен 20-25 октябрҙә туҡтатырға тейеш. Бер нисә киң мәғлүмәт сараһында белдереүҙәренсә, тонна ярымлыҡ юлдаштың киҫәктәре атмосферала янып бөтмәүе һәм Ергә килеп етеүе ихтимал.
РИА Новости агентлығының мәғлүмәттәре буйынса, «Молния» тибындағы юлдаштар ҙур серия менән осоролған, шуға йыш ҡына орбитаһынан сыға. Ғәҙәттә улар тулыһынса атмосферала янып бөтә. Ергә тиклем 500 грамм самаһындағы киҫәктәрҙең генә төшөүе мөмкин.
Йылына 50-ләп юлдаш орбитаһынан сыға, уларҙың икәү-өсәүһе – «Молния» юлдаштары, уларҙың бөтә янып бөтмәгән өлөштәре Тымыҡ океандың караптар йөрөмәгән районына ҡолай.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика