16:39 (UTC+5), 09 Октябрь 2017

Рөстәм Хәмитов Республика көнө алдынан дәүләт наградаларын тапшырҙы

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
ӨФӨ, 2017 йыл, 9 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Республика көнө алдынан Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының дәүләт наградаларын тапшырҙы. Төбәк иҡтисадының төрлө өлкәләрендә эшләгән 47 хеҙмәткәрҙең һөнәри ҡаҙаныштары ордендар, почет грамоталары, исемдәр һәм рәхмәт хаттары менән баһаланды. Бүләкләнеүселәр иҫәбендә йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм ауыр тормош хәлендә ҡалған балаларҙың опекундары ла бар.
– Беренсенән, һеҙҙе дәүләт наградалары һәм почетлы исемдәр алыуығыҙ менән ҡотлағым килә. Икенсенән, етеп килгән байрам – Республика көнө менән тәбрикләйем. Һаулыҡ, хеҙмәтегеҙҙә уңыштар теләйем, – тине Рөстәм Хәмитов. – Республикабыҙ байрамды ҡыҙыу эш менән ҡаршылай. Беҙҙә финанс, етештереү күрһәткестәре һәйбәт. Беҙ бөтә йүнәлештәр буйынса ышаныслы алға барабыҙ. Һөҙөмтәләребеҙ яҡшы ғына. Артабан да һеҙҙең менән бергә республикала хеҙмәт уңыштарын билдәләрбеҙ һәм алға барырбыҙ, тип ышанам.
Рөстәм Хәмитов сығышының тулы стенограммаһы һәм бүләкләнеүселәрҙең исемлеге республика Башлығының рәсми сайтында баҫылған.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика