Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
25+ °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Октябрь 2017, 11:06
2017 йылға Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге журналистар премияһы лауреаттары билдәле булды
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 9 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. 2017 йылға журналистика өлкәһендәге иң яҡшы әҫәрҙәр өсөн Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Башҡортостан Хөкүмәте премияһы лауреаттары билдәләнде. Ошо йәһәттән республика Хөкүмәтенең тейешле бойороғона ҡул ҡуйылды.
«Стерлитамакский рабочий» гәзите хәбәрсеһе Воронова Марина Сергеевна — замандаштар образын тыуҙырғаны, уларҙың ыңғай ҡылыҡтары һәм эштәре тураһында мәҡәләләре;
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы күҙәтеүсеһе Ишморатова (Аралбаева) Ләйлә Ҡәҙим ҡыҙы — республика мәҙәниәте, сәнғәте һәм Башҡортостандан ситтә йәшәгән яҡташтарыбыҙ тураһында мәҡәләләр серияһы;
Башҡорт дәүләт университетының журналистика кафедраһы профессоры Күзбәков Фәнил Тимерйән улы башҡорт журналистикаһына, туған тел яҙмышына, тәбиғәт ҡомартҡыларын, матди һәм рухи байлыҡты һаҡлауға, йәш быуынды тәрбиәләүгә арналған мәҡәләләре өсөн абруйлы премияға лайыҡ булды.
Теги:
журналистика
шәһит хоҙайбирҙин исемендәге премия
Читайте нас: