12:44 (UTC+5), 06 Октября 2017

Өфөлә йәнлектәр өсөн тәбиғи йәшәү мөхите булған зоопарк төҙөләсәк

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 6 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Өфөлә хайуандар өсөн тәбиғи йәшәү мөхите булған зоопарк төҙөләсәк. Башҡортостан башлығы Рөстәм Хәмитовтың ҡушыуы буйынса 21 сентябрҙә «Ағиҙел» зоология баҡсаһы» дәүләт автономлы учреждениеһы булдырылды. Был — төрлө йәнлектәр өсөн тәбиғи йәшәү мөхите булған яңы типтағы зоопарк, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Уны ойоштороуға миллионлы ҡалала ғаилә, балалар менән бергәләп ял итеү өсөн заманса зоопарктың юҡлығы тураһында мәсьәләне күтәреп сыҡҡан өфөләрҙең мөрәжәғәте сәбәпсе булды.
«Беҙ эште нулдән башлайбыҙ. Әлеге проектҡа тиклем ошондай күләмле заманса зоопарктар Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙә лә төҙөлмәне. Бында йәнлектәрҙең тормошон күҙәтергә, матур юлдарҙан йәйәү ҙә, велосипед менән дә йөрөргә, саф һауа һуларға мөмкин, сөнки биләмә ағастар араһында урынлашасаҡ, бик күп һыу объекттары һәм аттракциондар буласаҡ. Беҙҙә планеталағы бөтә йәнлектәр йәшәйәсәк. Бында көнө буйы йөрөргә мөмкин һәм һәр кем үҙенә шөғөл табыр, планлаштырылған биләмә яҡынса 200 гектарҙы биләй. Йәнлектәрҙең һаны биш меңдән кәм булмаҫ тип күҙаллана», — тип һөйләне буласаҡ зоопарк хаҡында «Ағиҙел» зоология баҡсаһы етәксеһе Наталья Логунова.
Өфөлә зоопарк төҙөү тураһында ҡарарҙың Экология һәм махсус һаҡланған тәбиғәт биәләмәләре йылында ҡабул ителеүе символик мәғәнәгә эйә. Проектҡа Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы яуаплы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика