03:35 (UTC+5), 06 Октября 2017

Өфөлә йәнә мәғариф киңлегендә ислам идеалдары һәм ҡиммәттәре тураһында һөйләйәсәктәр

Олег Яровиков
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2017 йыл, 6 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Быйыл «XXI быуаттың мәғариф киңлегендә ислам идеалдары һәм ҡиммәттәре» халыҡ-ара ғилми – ғәмәли конференцияһы – юбилейлы, ул 19 октябрҙә Өфөлә бына инде 10-сы тапҡыр уҙа. Конференцияла ҡатнашыу өсөн яҡын һәм алыҫ сит илдәрҙән: Ҡырғыҙстандан, Үзбәкстандан, Төркмәнстандан, Тажикстандан, Египеттан, Иорданиянан, Марокконан, Тунистан, Төркиәнән билдәле ғалимдар-дин белгестәре, мәҙәниәтселәр, философтар, социологтар, политологтар, тарихсылар, шулай уҡ ислам руханиҙары делегациялары килергә әҙерләнә.
Алдағы йылдарҙағы кеүек, конференцияны Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәре буйынса Советы, Башҡортостан Мосолмандары диниә назараты булышлығында Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты һәм Рәсәй Мосолмандары диниә назаратының Рәсәй ислам университеты ойоштора.
Башҡорт дәүләт педагогия университетының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, ғилми форум ислам тарихын һәм мәҙәниәтен тәрән белгән белгестәр әҙерләү федераль проектын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә уҙғарыла. Ислам мәғарифы, тарихы һәм мәҙәниәте, дини ҡиммәттәрҙе тергеҙеү, йәштәргә тәрбиә биреү һәм экстремизмды иҫкәртеү кеүек көнүҙәк һорауҙар фекер алышыу темалары буласаҡ.
Уҙған йылда конференцияла Рәсәй мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Вениамин Каганов ҡатнашты. Ул Башҡорт дәүләт педагогия университеты һәм Рәсәй ислам университетының үҙ-ара эш итеү тәжрибәһен баһаланы.
Быйылғы конференция программаһында пленар ултырыштар, панель сессиялар, оҫталыҡ дәрестәре һәм түңәрәк өҫтәлдәр ҡаралған, улар Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай майҙансыҡтарында үтәсәк.
Конференция йомғаҡтары буйынса резолюция ҡабул ителәсәк һәм материалдар йыйынтығы баҫыласаҡ.
Журналистарҙы аккредитациялау һорауҙары буйынса 8-917-405-41-53 телефонына мөрәжәғәт итергә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика