02:30 (UTC+5), 06 Октября 2017

Баш ҡалала иң яҡшы уҡытыусы конкурсы еңеүселәрен бүләкләнеләр

Олег Яровиков
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2017 йыл, 6 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. 5 октябрҙә, Бөтә донъя уҡытыусылар көнөндә, Башҡортостан Хөкүмәте Йортонда «2017 йылдың иң яҡшы уҡытыусыһы» бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте. Үҙҙәренең һөнәри байрамдары көнөндә 34 уҡытыусы 200 мең һум күләмендәге аҡсалата бүләккә лайыҡ булды. Улар башланғыс дөйөм, төп дөйөм һәм урта белем биреүҙең дөйөм белем биреү программаларын тормошҡа ашыра, педагогик эшмәкәрлектә юғары ҡаҙаныштар күрһәтә.
Конкурс еңеүселәрен республика Хөкүмәте исеменән Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов ҡотланы.
«Һеҙ мәктәбегеҙҙең, муниципаль берәмегегеҙҙең генә түгел, ә тотош илдең ғорурлығы. Ваҡыт ҡуйған бурыстарҙы тиҙ арала хәл итәһегеҙ, сөнки алдынғы рәттәһегеҙ. Бөтә уҡытыусылар армияһын ҡотлайым, сөнки һеҙ беҙҙең йәш быуынға тәрбиә бирәһегеҙ», — тине вице-премьер.
Республиканың мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова педагогик берләшмәне ҡотлап, именлек, ижади һәм профессиональ уңыштар теләне.
Шулай уҡ бүләкләү тантанаһында хөрмәтле ҡунаҡ ролендә «Рәсәй Федерацияһының халыҡ уҡытыусыһы», Өфө ҡалаһының 42-се мәктәбенән химия уҡытыусыһы Лиза Әғәҙуллина булды. Ул заманса йәмғиәт булдырыуҙа һәм тотош илде үҫтереүҙә уҡытыусы һөнәренең әһәмиәтен билдәләне, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика