09:30 (UTC+5), 05 Октября 2017

Төбәктә ҡурҡыныс янғында иҫән ҡалғандар яңы йортҡа күсенде

Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2017 йыл, 5 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостандың Бөрө районында ҡурҡыныс янғында иҫән ҡалғандар яңы йортҡа күсенде. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, фажиғә 7 авгусҡа ҡарата төндә Үгеҙ ауылында булды, мансардалы ағас йорт тулыһынса янып бөттө. Янғында туғыҙ кеше һәләк булды, уларҙың бишәүһе балалар. Иң бәләкәйенә ни бары бер йәш булған. Фажиғәнән өс кеше генә иҫән ҡалды – янғында тормош иптәшен һәм өс балаһын юғалтҡан йорттоң хужабикәһе, уның ҡәйнәһе һәм өлкән туғаны.
Улар өсөн бер ай эсендә бағыусыларҙың һәм республиканың бюджтеттан тыш сығанаҡтары иҫәбенә йорт һалынды. Уны элеккеһенең урынында күтәрҙеләр, тип хәбәр итә «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы. Өйҙә йорт йыһаздары һәм техника бар, һәр бүлмә янғынға ҡаршы датчик менән тәьмин ителгән. Унан бигерәк, бындай хәбәр ебәреүсе ҡоромалдар ауылда һәм балалар йәшәгән һәр йортта ҡуйылған.
Өй туйлаусылар өсөн ваҡиға шатлыҡлыларҙан түгел – бөтә ғаиләне юғалтыуҙы кисереү ныҡ ауыр.
Шул арала янғын һәм кешеләрҙең үлем осрағы буйынса тикшереү эше әле лә дауам итә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика