07:05 (UTC+5), 05 Октябрь 2017

Төбәгебеҙҙә октябрҙә ҡар яуғандан һуң тәбиғәт тағы ла бер көтөлмәгән бүләк әҙерләгән

Николай Чукаев
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 5 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостанда октябрҙә ҡар яуғандан һуң тәбиғәт тағы ла бер көтөлмәгән бүләк әҙерләгән. Октябрьскийҙа йәшәүселәр сираттағы ғәҙәти булмаған тәбиғәт күренешенә шаһит булды. Ҡала ихаталарының береһендә сирень сәскә атҡан. Сәскәләре аҙ булһа ла, уларҙан ысын яҙ еҫе сыға, тип яҙа «Октябрьский нефтсеһе».
Ағас ҡаланың иҫтәлекле урынына әүерелгән дә инде. Күптәр көҙгө сирень янында фотоға төшөп, «Октябрҙә сирень сәскә атты!», «Бындай хәлде Башҡортостанда ғына күрергә мөмкин» тигән һәм башҡа яҙыуҙар менән фотоһүрәттәрен социаль селтәргә һала.
Һуңғы йылдарҙа ағастарҙың көҙө көнө сәскә атыуын йыш осратырға мөмкин. Бынан алдараҡ агентлыҡ Бәләбәй районындағы Елизавета ҡорамы янында сирендең бер йылда икенсе тапҡыр сәскә атыуы хаҡында хәбәр иткәйне. Ботаниктар бындай күренеште мөғжизә тип иҫәпләмәй һәм, мәҫәлән, әгәр яҙ ныҡ һалҡын булһа, ағастар сәскә атып өлгөрмәй, тип аңлата. Көндәрҙең һалҡын тороуы һәм температураның ҡапыл үҙгәреүе көҙгөһөн сәскә атыуға сәбәпсе булыуы ихтимал. Һуңғы арала был күренеш йыш күҙәтелә.
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика