05:00 (UTC+5), 05 Октября 2017

Өфөләр яратҡан уҡытыусыларын һөнәри байрамдары менән ҡотлап, уларға открытка ебәрә ала

Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2017 йыл, 5 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Уҡытыусылар көнө хөрмәтенә Өфөлә «Яратҡан уҡытыусыңды ҡотла» акцияһы уҙа. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының 2-се корпусы фойеһында (Октябрь революцияһы урамы, 3) уҡытыусыңа открытка йәки хат ебәрергә мөмкин. 6 октябргә тиклем бында Рәсәй Почтаһының күсмә бүлексәһе эшләй.
Юғары уҡыу йортоноң символикаһы менән байрам открыткалары акцияла ҡатнашыусыларға бушлай таратыла. Студент, мәктәп уҡыусыһы һәм үтеп барыусы – теләгән һәр кем открытканы тултыра, мәктәптең адресын табып, ҡотлауҙы конвертҡа һалып, уны почта йәшнигенә төшөрә ала.
«Студенттар ҙур теләк менән ҡатнаша, открыткалар тултыра. Студенттар ғына түгел, хатта олоғайған сығарылыштар ҙа килә», — тип һөйләне вуздың йәмәғәтселек һәм реклама менән бәйләнеш буйынса бүлек етәксеһе Юлиә Хөснөтдинова.
Акция Өфөлә өсөнсө йыл рәттән уҙғарыла. Был ваҡыт эсендә мәктәп, юғары уҡыу йорттары, училище һәм колледж уҡытыусыларына 8 мең самаһы открытҡа ебәрелде. Былтыр акцияла 3 меңләп кеше ҡатнашты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика