02:30 (UTC+5), 05 Октября 2017

Өфөлә 1917 йылғы Октябрь революцияһының әһәмиәтенә фекер алышыу була

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 5 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә Рәсәйҙә 1917 йылғы революцияның 100 йыллығына арналған «1917 йылғы революция. Башҡортостан» темаһына Республика ғилми конференцияһы уҙасаҡ. Сара 23 октябрҙә Республика Хәрби Дан музейы базаһында үтә.
Конференция Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Ресупбликаһы мәҙәниәт министрлыҡтары эгидаһы аҫтында уҙғарыласаҡ. Конференцияның төп маҡсаты – уҙған быуат тәжрибәһе аша 1917 йылғы революцияның Рәсәй һәм Башҡортостан тарихының үҫеше барышына әһәмиәтен аңлап етеү. Сарала ҡатнашырға 1917 йылғы революция проблемалары менән шөғөлләнеүсе музей белгестәре, ғалимдар һәм уҡытыусылар саҡырыла. Конференция форматы ҡатнашыусылар араһында тәжрибә уртаҡлышыуҙы күҙ уңында тота, тип хәбәр итте ойоштороусылар.
Конференция эшендә ҡатнашыу өсөн доклад менән һәм унһыҙ ҡатнашыусыларҙың ғаризаларын 2017 йылдың 10 октябренә тиклем электрон төрҙә museumforum@mail.ru адресына ебәрергә кәрәк. Конференция материалдары буйынса доклад тезистарынан йыйынтыҡ баҫыласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика