03:40 (UTC+5), 05 Октября 2017

Башҡортостанда район гәзите журналистары «Минең беренсе уҡытыусым» конкурсы еңеүселәрен ҡотланы

«Бүздәк яңылыҡтары»
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2017 йыл, 5 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Уҡытыусыларҙың һөнәри байрамдары хөрмәтенә «Бүздәк яңылыҡтары» гәзите иғлан иткән «Минең беренсе уҡытыусым» конкурсына редакция мәктәп уҡыусыларынан, пенсионерҙарҙан һәм уҡытыусыларҙың үҙҙәренән тиҫтәләгән хат алды.
«Бүздәк ауылының 2-се мәктәбе, Ҡаран, Рассвет мәктәптәре уҡыусылары айырыуса әүҙемлек күрһәтте», — тип һөйләне Бүздәк мәғлүмәт үҙәге директоры Данил Туҡтамышев Уҡытыусылар көнөнә арналған тантаналы йыйылышта конкурсҡа йомғаҡ яһап.
Редакция уҡытыусылар һәм балалар араһында йомғаҡ яһаны.
Үҙенең беренсе уҡытыусыһы – бер туған апаһы тураһында Ҡаран мәктәбенең туған тел уҡытыусыһы Зөлфиә Мансурова тулҡынландырғыс итеп, саф күңелдән яҙған.
Ул һәм Ҡаран мәктәбенең сит телдәр уҡытыусыһы Асия Сәмиғуллина, Сабай мәктәбенән рус теле уҡытыусыһы Зенфира Сәйетова конкурс еңеүселәре тип танылды, улар редакцияның дипломдарына һәм аҡсалата бүләктәренә лайыҡ булды.
Бихисап мәктәп уҡыусылары үҙҙәренең уҡытыусылары тураһында инша яҙған. Район гәзите мөхәррире иҫтәлекле бүләктәрҙе һәм дипломдарҙы ижади конкурста еңеүселәргә Бүздәк ауылынан апалы-һеңлеле Аделина һәм Камила Ардувановтарға, Ҡаран мәктәбенең 6 класс уҡыусыһы Азалия Ялаловаға, Рассвет мәктәбенең 4 класс уҡыусыһы Элина Ибраһимоваға тапшырҙы, тип хәбәр иттеләр баҫмала.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика