04:49 (UTC+5), 04 Октября 2017

Төбәктә эшләмәгән пенсионерҙар пенсияға өҫтәп социаль түләү аласаҡ

Олег Яровиков
Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2017 йыл, 4 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостанда эшләмәгән пенсионерҙар пенсияға өҫтәп социаль түләү аласаҡ, уның күләме пенсионерҙың йәшәү минимумы дәүмәленә бәйле билдәләнә. Был үҙгәрештәр «Башҡортостан Республикаһында ҡулланыусылар кәрзинен һәм йәшәү минимумын билдәләү тәртибе тураһында» Башҡортостан Республикаһы законының 4-се статьяһына үҙгәрештәр индереү тураһында»ғы закон проекты тарафынан ҡаралған. Төбәк Хөкүмәте Президиумы ултырышында закон проектын ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова тәҡдим итте.
«Өҫтәмә социаль түләү эшләмәгән пенсионерҙарға бирелә, уларҙың пенсия дәүмәле алған социаль ярҙам саралары иҫәбе менән пенсионерҙың йәшәү урыны буйынса Рәсәй Федерацияһы субъектында билдәләнгән йәшәү минимумы дәүмәленән түбәнерәк», – тип аңлатты Ленара Иванова.
2017 йылда пенсионерҙың йәшәү минимумы дәүмәле 8015 һум күләмендә билдәләнгән. Инфляция фараздарына ярашлы закон проекты менән уны 2018 йылда 8320 һумғаса арттырыу күҙаллана. Түләүҙәрҙе федераль ҡаҙна иҫәбенә Рәсәй Федерацияһының Пенсия фонды башҡарасаҡ. Республикала өҫтәмә социаль түләү алыусыларҙың һаны 138 меңләп пенсионер тәшкил итә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика