01:25 (UTC+5), 04 Октября 2017

Республиканың 100 йыллығына «Башҡортостан» ғилми порталы булдырыласаҡ

http://pro-books.ru
Гөлфиә Акулова
ӨФӨ, 2017 йыл, 4 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Республиканың 100 йыллығын байрам итеүгә әҙерлек алдынан «Башҡортостан» ғилми порталы масштаблы проекттарҙың береһе булып тора. Уны әҙерләү менән «Башҡортостан энциклопедияһы» хеҙмәткәрҙәре шөғөлләнә. Ресурс республиканы федераль һәм халыҡ-ара кимәлдәге мәғлүмәт киңлегендә таныштырасаҡ. Унда урыҫ, башҡорт һәм инглиз телдәрендә мәҡәләләр табырға мөмкин буласаҡ. Порталдың нигеҙенә Башҡортостан энциклопедияһының электрон версияһы ятасаҡ.
«Ғилми белемдәрҙе системалаштырыу нигеҙендә портал онлайн-энциклопедиялар һәм башҡа ғилми мәғлүмәттәр базаһы менән ҡулланыуға юл асасаҡ, республика хаҡында компетентлы көнүҙәк мәғлүмәт сығанаҡтарын берләштерәсәк, — тип һөйләне «Башҡортостан энциклопедияһы»ның директоры Уйылдан Сәйетов. — Бер аҙҙан төбәк ресурсыбыҙ Рәсәйҙең милли интерактив порталына тоташа аласаҡ».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика