05:39 (UTC+5), 04 Октябрь 2017

Өфө эргәһендә ике мең ылыҫлы үҫенте ултыртылды

Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 4 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Өфө районының Шамонин ауылында йәшәүселәр «Йәшә, урман» акцияһына ҡушылды һәм ике мең ылыҫлы үҫенте ултыртты. Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, ағастарҙы «Сәләмәт планета» һәм «Тыуған урман» йәмәғәт ойошмалары килтергән. Эштәр урындағы мәктәп һәм ике балалар баҡсаһы биләмәһендә башҡарылды. «Был урында ылыҫлы ағастар үҙенән-үҙе үҫмәй, бында бөтөнләй урман юҡ. Шуға күрә уларҙы ултыртыу тирә-яҡ мөхит өсөн бик мөһим. Үҫентеләрҙе бөтә ҡағиҙәләр буйынса ултырттыҡ. Улар үҫеп китер, тип ышанабыҙ», — тине биология уҡытыусыһы Ирина Сәйетова.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика