03:10 (UTC+5), 03 Октября 2017

Республикала Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге стипендияны алыусы студенттарҙың исеме баҫылды

Олег Яровиков
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 3 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан Хөкүмәте 2017-2018 уҡыу йылында Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге стипендияға лайыҡ студенттарҙың исемлеген раҫланы.
Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге стипендия Башҡортостан халыҡтарының туған телдәрен өйрәнеү менән бәйле уҡыуҙа һәм ғилми эшмәкәрлектә өлгәшкән юғары һөҙөмтәләр өсөн йыл һайын бирелә.
Республика Хөкүмәтенең ҡарарына ярашлы, исемле стипендияны алыусылар иҫәбенә Башҡортостандың юғары һәм урта махсус белем биреү йорттарынан 15 студент инде.
Улар араһында – Башҡорт дәүләт университеты, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Өфө күп профилле профессиональ колледжы, Нефтекама нефть колледжы, Кушнаренка һәм Стәрлетамаҡ күп профилле профессиональ колледждары, Стәрлетамаҡ тармаҡ-ара колледжы, Бәләбәй гуманитар-техник колледжы, Нефтекама машина эшләү колледжы, Сибай педагогия колледжы һәм Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы вәкилдәре.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика