09:42 (UTC+5), 03 Октября 2017

Өфөлә баҫҡыс майҙансығында иҫерек әсәнең янында ете айлыҡ сабыйҙы тапҡандар

«Беҙҙең балалар» хәйриә фонды
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 3 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Өфөлә баҫҡыс майҙансығында иҫерек әсәнең янында ете айлыҡ сабыйҙы тапҡандар. Баланы шунда уҡ 17-се ҡала клиник дауаханаһына оҙатҡандар, ҡыҙыҡай артабанғы яҙмышы хәл ителгәнгә тиклем шунда буласаҡ. Унда имен булмаған ғаиләләрҙән алынған балаларҙы, сабыйҙар йортонда тәрбиәләнгән етемдәрҙе, ата-әсәһе баш тартҡан балаларҙы шәфҡәт күрһәтеүселәр иҫәбенә «Беҙҙең балалар» фондының «Дауахана балалары» программаһы сиктәрендә ялланған махсус профессиональ бала ҡараусылар тәрбиәләй.
«Ошондай көҙгө һалҡын көндә Алиса яңғыҙы түгел. Һеҙҙең ярҙамығыҙ арҡаһында бала ҡараусылар уның хаҡында хәстәрлек күрә. Әле Алисаның документтарын әҙерләйҙәр, һәм әсәнең дә ҡыҙын кире алыу мөмкинлеге бар, ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер Сабыйҙар йортонан ғына. Уның барыһы ла һәйбәт булыр, тип өмөтләнәбеҙ», — тип хәбәр итә фонд хеҙмәткәрҙәре.
Белешмә. «Беҙҙең балалар» фонды — дәүләткә, коммерцияға ҡарамаған ойошма, ул ауыр хәлдә ҡалған балаларға ярҙам программаларын тормошҡа ашыра. «Дауахана балалары» программаһының эше шәхси ойошмаларҙың һәм кешеләрҙең иғәнәһе иҫәбенә түләнә. Иғәнә түләп, ата-әсәһе баш тартҡан балаларға ярҙам итергә мөмкин. Тулыраҡ мәғлүмәт ойошманың сайтында бирелгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика