08:00 (UTC+5), 03 Октября 2017

Башҡортостанда «төньяҡ амурҙары»на мемориаль комплекс асылды

«Башҡортостан» дәүләт телерадикоманияһы видеояҙмаһынан скриншот
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 3 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Ғафури районының Красноусол ҡасабаһында башҡорт полктарының 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыуына 205 йыл тулыуға бағышланған «Төньяҡ амурҙары» мемориаль комплексы асылды. Наполеон һуғышы осоронда француздар башҡорт яугирҙәрен тап шулай тип йөрөткән. «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы сюжетында ҡыйыу башҡорт атлыларының хәтерен мәңгеләштереү һәм һәйкәл асылыуы хаҡында бәйән ителә.
Наполеон армияһына ҡаршы һуғышыу өсөн төҙөлгән 28 башҡорт полкы һәр ҙур алышта ҡатнаша. Дошманды сигендереп, төньяҡ амурҙары Европаны азат итеүҙә өҙ өлөштәрен индерә. 1814 йылдың мартында рус армияһы составында туғыҙ башҡорт полкы Парижғаса барып етә.
Мемориаль комплекс халыҡтың аҡсаһына төҙөлгән. Һәйкәлде асыу сараһына урындағы халыҡ һәм хәрби-патриотик клубтарҙың вәкилдәре килгәйне. Тантананан һуң уҡтан атыу буйынса турнир ойошторолдо, унда ҡатнашыусылар 1812 йылғы Ватан һуғышы осорондағы кейемдә һәм ҡорал менән сығыш яһаны.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика