02:00 (UTC+5), 03 Октябрь 2017

200-ҙән ашыу студент һәм аспирант Башҡортостан Башлығы стипендияһын аласаҡ

Карина Камева
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 3 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан Хөкүмәте 2017-2018 уҡыу йылында республика белем биреү ойошмаларының докторанттары, аспиранттары һәм студенттары араһында Башҡортостан Республикаһы Башлығы стипендианттарының исемдәрен билдәләне. 2017-2018 уҡыу йылында Башҡортостан Башлығы стипендияһын тәғәйенләү тураһындағы ҡарар рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.
Документҡа ярашлы, төбәк Башлығы стипендияларын алыусылар иҫәбенә 200-ҙән ашыу кеше инде. Улар араһында – Башҡорт дәүләт университеты, Өфө дәүләт авиация техник университеты, Башҡорт дәүләт аграр университеты, Башҡорт дәүләт медицина университеты, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, З.Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты, Өфө дәүләт нефть техник университеты, Башҡортостан Башлығы ҡарамағандағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы вәкилдәре.
Республиканан ситтә уҡыусы студенттар Башҡортостан Башлығы стипендияһына лайыҡ. Улар иҫәбендә П.И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһында, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Янғынға ҡаршы дәүләт хеҙмәтенең Воронеж институтында, Бөйөк Петрҙың Санкт-Петербург политехника университетында, Ер төҙөлөшө буйынса дәүләт университетында, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡарамағындағы Янғынға ҡаршы дәүләт хеҙмәтенең Урал институтында, Санкт-Петербург дәүләт кино һәм телевидение университетында, Н.А.Римский – Корсаков исемендәге Санкт-Петербург дәүләт консерваторияһында, М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетында, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Янғынға ҡаршы дәүләт хеҙмәтенең Санкт-Петербург университетында һәм Академияла уҡыусылар.
Башҡортостан Башлығы стипендияһын алыусылар исемлегенә шулай уҡ Салауат музыка колледжы һәм мәғариф һәм профессиональ технологиялар колледжы, Нефтекама машина эшләү колледжы, Башҡортостан республика мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжы, Бөрө медицина-фармацевтика колледжы, Туймазы һәм Өфө медицина колледжы, Өфө автотранспорт колледжы, И.Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжы, Өфө күп профилле профессиональ колледжы, Октябрьский һәм Нефтекама нефть колледжы, Өфө сауҙа-иҡтисад колледжы һәм республиканың башҡа урта махсус белем биреү йорттары студенттары.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика