Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.13
-0.37
98.71
-0.2
89.38
+0.27
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Октябрь 2017, 17:22

Республикала водителдәр октябрҙә ҡыш башланыуын көтмәгән

Айсар Ниғмәтуллиндың видеояҙмаһынан скриншот
Айсар Ниғмәтуллиндың видеояҙмаһынан скриншот
ӨФӨ, 2017 йыл, 2 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. 1 октябрь иртән Сибай — Баймаҡ трассаһында яуған ҡар водителдәрҙе ауыр хәлгә ҡуйҙы. Ҡарлы юлдың фотоһүрәттәре социаль селтәргә һалынған. Ошо тәбиғәт күренеше шаһитының «Башинформ» агентлығына ебәргән видеояҙмаһында күренеүенсә, «Лада Калина» кюветҡа осҡан. Бәхеткә, автомобилгә идара иткән ҡыҙ тере ҡалған, еңелсә йәрәхәтләнгән. Юл-транспорт ваҡиғаһына водителдең йәйге шинала йөрөүе һәм һауа шарттары арҡаһында идараны юғалтыуы сәбәпсе булыуы ихтимал.
Шаһит әйтеүенсә, боҙлауыҡ арҡаһында водителдәр юлда аҡрын ғына барырға тырышҡан.
Читайте нас: