09:08 (UTC+5), 02 Октябрь 2017

Өфө моделе Кристина Толмачева Көньяҡ Кореяла халыҡ-ара гүзәллек конкурсында Башҡортостан исеменән сығыш яһай

«Башҡортостан һылыуҡайы» моделдәр мәктәбе
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 2 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Өфөнән 19 йәшлек Кристина Толмачева Көньяҡ Кореяла «Miss Global Beauty Queen-2017» халыҡ-ара гүзәллек конкурсында Башҡортостан исеменән сығыш яһай. Был хаҡта «Башҡортостан һылыуҡайы» модель агентлығының социаль селтәрҙәге рәсми төркөмөндә хәбәр ителә.
Әйткәндәй, быйыл Кристина Толмачева «Башҡортостанда беренсе вице-мисс», «Урал аръяғында икенсе вице-мисс» исемен яуланы, ә 2016 йылда «Башҡортостан һылыуҡайы» моделдәр мәктәбенең иң яҡшы уҡыусыһы тип танылды.
Бәйге 2-22 октябрҙә ҡышҡы Олимпия уйындары-2018 илендә — Көньяҡ Кореяла уҙа. Унда бөтә донъянан 50 сибәркәй ҡатнаша. Ҡыҙҙарҙы экскурсиялар, хөкүмәт саралары, фотосессиялар, Кореяның төрлө ҡалаларына сәйәхәт, мәҙәниәттәр фестивалендә ҡатнашыу һәм башҡа ҡыҙыҡлы саралар көтә.
Былтыр ошо проектта Башҡортостан исеменән Галина Лукина сығыш яһағайны. Ул конкурстың тәүге 15 һылыуҡайы иҫәбенә инде һәм «Тыныслыҡ илсеһе» исеменә лайыҡ булды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика