02:22 (UTC+5), 29 Сентября 2017

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы лонгриды «Халыҡ власы» бөтә Рәсәй конкурсы призеры булды

Андрей Циликов/ «Великая Русса» гәзите
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 29 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының «Ни өсөн балалар тимер юлы буйлап мәктәпкә йөрөй» лонгриды «Халыҡ власы» 11-се бөтә Рәсәй журналистика конкурсы лауреаты булды. Бүләкләү тантанаһы шаршамбы, 27 сентябрҙә, Тверь өлкәһенең Вышний Волочек ҡалаһында үтте.
«Халыҡ власы» конкурсы быйыл 11-се тапҡыр уҙҙы. Уның төп маҡсаты – граждандарҙы урындағы берләшмә эштәре менән идара итеүгә йәлеп итеү буйынса алдынғы журналистика тәжрибәһен асыҡлау һәм таратыу. Быныһында конкурстың ойоштороусылары һәм партнерҙары иҫәбендә Дәүләт Думаһының Федератив төҙөлөш һәм урындағы үҙидара һорауҙары буйынса комитеты, Хеҙмәт, социаль сәйәсәт һәм ветерандарҙың эштәре буйынса комитеты, шулай уҡ Тверь өлкәһенең Вышний Волочек районы хакимиәте булды. Ойоштороу комитеты ағзаларының береһе Вадим Бондарь һөйләүенсә, быйыл бөтә ил журналистары 600-ҙән ашыу ғариза тапшырған.
«Ни өсөн балалар тимер юлы буйлап мәктәпкә йөрөй» тигән материал Башҡортостандың Белорет районындағы хәл тураһында һөйләй, ундағы ауылдарҙың береһендә балалар уҡыу урынына йәйәү йөрөргә мәжбүр булған. Алдан ошо материал Бөтә Рәсәй конкурсында еңгәйне инде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика