Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
24+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Сентябрь 2017, 14:13

Башҡортостандың баш ҡалаһында етем балалар фатир асҡыстары алды

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 29 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Өфөләге балалар йорттарының 19 тәрбиәләнеүсеһе яңы фатир асҡыстары алды. Улар Кузнецов затонында урынлашҡан яңы йорттарҙа йәшәйәсәк. Кисә «Мегаполис. Бала саҡ территорияһы» халыҡ-ара форумы барышында асҡыстарҙы тапшырыу тантанаһы булды.
Өфө башлығы йыл аҙағына тиклем Башҡортостанда 150-нән ашыу бала фатир асҡыстары аласағын билдәләне. «Әлбиттә, бындай балалар аҙыраҡ булһын ине. Был бик ҡатмарлы социаль бурыс, ләкин дөйөм көс менән уны хәл итә алабыҙ», — тип билдәләне мэр.
Йыл һайын Башҡортостандың баш ҡалаһында ата-әсә ҡарауынан ҡалған етемдәргә яңы торлаҡ асҡыстары тапшырыла. 2017 йылдың беренсе кварталында ғына 53 бала торлаҡ менән тәьмин ителгән. Төрлө йылдарҙа Затон, Дим, Максимовка, Инорс, Шакша, Кузнецов затоны кеүек биҫтәләрҙә торлаҡ һатып алынған.
Читайте нас: