05:48 (UTC+5), 29 Сентября 2017

Башҡортостанда тарихи мираҫ объекттарын һаҡлап ҡалыу һәм тергеҙеү буйынса «Имән Ҡала» фонды ойошторолдо

Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 29 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Өфөлө «Имән ҡала» баш ҡаланың мәҙәни-тарихи һәм архитектура мираҫы объекттарын һаҡлап ҡалыуға һәм тергеҙеүгә булышлыҡ итеү фонды ойошторолдо. Яңы структура бөр төркөм дини объекттарҙы төҙөп бөтөү өсөн инвесторҙар эҙләүгә тотондо ла инде. Ул, тәү сиратта, Комсомол урамындағы сиркәү һәм «Әр-Рәхим» мәсете, тип аңлаттылар баш ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә.
Шулай уҡ объекттар Сипайлово биҫтәһендә бар – төҙөлөш эштәре туҡтап ҡалған сиркәү һәм ҡаланың тарихи өлөшөндәге бер төркөм объекттар, атап әйткәндә, тарихи ҡиәфәтен юғалтҡан Хәким мәсете. Уларҙы тергеҙеү һәм улар менән эшләү өсөн тейешле инвестициялар кәрәк. Бының өсөн махсус рәүештә «Имән Ҡала» фонды ойошторолдо.
Фонд менән таныштырыу сараһы уҙған көндәрҙә Өфөнөң мәҙәни мираҫын һәм архитектура ҡомартҡыларын һаҡлап ҡалыу буйынса Йәмәғәт советында уҙҙы. Советтың маҡсаты – мәҙәни мираҫ һәм архитектура ҡомартҡыларын һаҡлау өлкәһендәге ҡануниәтте тормошҡа ашырыу буйынса эшмәкәрлекте әүҙемләштереү өсөн тарих һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәренең, власть органдарының, ижтимағи берләшмәләрҙең һәм ойошмаларҙың үҙ-ара эш итеүен тәьмин итеү.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика