12:25 (UTC+5), 29 Сентябрь 2017

Башҡортостанда мөһим дарыу препараттарына хаҡтар тотороҡло һаҡлана

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 29 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. 2017 йылдың сентябренә ҡарата иң кәрәкле һәм мөһим дарыуҙарға хаҡтар тотороҡло ҡала. Август айында Башҡортостандың дарыуханалар селтәрендә етештереүселәрҙең хаҡтарына өҫтәмәләр кимәле 24,5 процент тәшкил иткән һәм уҙған йыл менән сағыштырғанда артыу күләме бер проценттан аҙыраҡ. Башҡортостан буйынса баш федераль инспектор Михаил Закомалдин рәйеслегендәге координация кәңәшмәһендә шундай мәғлүмәттәр яңғыраны.
Төбәктең дауалау учреждениеларында, ваҡлап һатыу селтәрендә дарыуҙарҙың арзан булыу мәсьәләһе баш федераль инспекторҙың махсус контроленә алынған.
«Ни өсөн беҙ бөгөн ошо теманы күтәрәбеҙ? Сөнки был — кешеләрҙең тормошо һәм һаулығы. Препараттар менән тәьмин итеү мәсьәләләре ниндәйҙер ағымдағы процестарға бәйле булырға тейеш түгел», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Михаил Закомалдин.
Кәңәшмәлә белдереүҙәренсә, Башҡортостанда иң кәрәкле һәм мөһим препараттар исемлегендәге дарыуҙарҙың ассортименты бар. Ләкин Һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең (Росздравнадзор) республика идаралығы етәксеһе Динара Ғашимова былтыр шәкәр кимәлен кәметеүсе препараттарҙың етмәүе күҙәтелгән хәлде иҫкә төшөрҙө. Һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Нәзирә Минһажева әйтеүенсә, әле бындай хәлдәргә юл ҡуймау өсөн мөмкин булғандың барыһы ла эшләнә. Быйыл тәүге тапҡыр иң кәрәкле һәм мөһим препараттар исемлегендәге дарыуҙар республика ҡаҙнаһы иҫәбенә элеккесә бер йылға түгел, ә ике йылға һатып алына.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика