04:41 (UTC+5), 27 Сентября 2017

Төбәктә йыл башынан 110 кеше алкоголдән ағыуланып үлгән

Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2017 йыл, 27 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостан буйынса Роспотребнадзор республикала киҫкен химик этиология менән ағыуланыу хәлен анализлаған. Йыл башынан алып 1725 ағыуланыу осрағы теркәлгән. Уларҙан 283 кеше һәләк булған, һәләк булғандарҙың 111-е алкоголь менән ағыуланған.
Башҡортостан буйынса спитлы эсемлек менән ағыуланыу күрһәткесе 100 мең кешегә 21,3 тәшкил иткән. 14 административ биләмәләге күрһәткестәр республика кимәленән юғарыраҡ, уларҙан: 3-3,8 тапҡырға – Стәрлетамаҡта, Стәрлетамаҡ һәм Яңауыл райондарында; 2,1-2,9 тапҡырға – Яңауылда, Дүртөйлөлә, Дүртөйлө районында; 1,1-1,4 тапҡырға – Туймазы, Сибай, Өфө, Нефтекама, Октябрьский, Күмертау ҡалаһында, шулай уҡ Мишкә, Өфө, Хәйбулла, Көйөргәҙе райондарында.
Шуныһы ҡыҙғаныс, алкоголь менән ағыуланғандар араһында өлкәндәр генә түгел, балалар менән үҫмерҙәр ҙә бар. Бөтәһе 19 кеше, уларҙан Күмертауҙан алты, Стәрлетамаҡтан һәм Салауаттан бишешәр, Ишембай ҡалаһынан һәм районынан, Көйөргәҙе районынан берешәр осраҡ.
Спиртлы эсемлектәр менән киҫкен ағыуланыу сәбәптәре булып күбеһенсә этил спирт (90,4 процент), суррогат алкоголь (2,8 процент), метанол (3,2 процент), метил спирт (0,8 процент) менән ағыуланыу тора, тигән мәғлүмәт килтерә төбәк Роспотребнадзор идаралығы.
Бынан тыш, дарыуҙар, медикаменттар һәм биологик (күрһәткес 100 мең кешегә 11,1 процент), наркотик матдәләр менән ағыуланыу осраҡтары (74 осраҡ) теркәлгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика