08:10 (UTC+5), 27 Сентябрь 2017

Төбәктә иң яҡшы туристик туҡталыш билдәләнәсәк

Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2017 йыл, 27 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостанда иң яҡшы туристик туҡталышты һайлаясаҡтар. Конкурсты Башҡортостан Экология министрлығы булышлығында Рус география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе уҙғара. Ведомствола хәбәр итеүҙәренсә, комиссия ситтән тороп, фотоматериалдар буйынса биш дәғүәсене һайлаған. Еңеүсене билдәләр өсөн 20 октябргә ҡәҙәр улар буйлап йөрөп сығыу күҙаллана. Конкурста тәбиғи һәм милли парктар, ҡурсаулыҡтар, заказниктар ҡатнаша.
Иң яҡшы туҡталышты экологик яҡтан таҙа булыу (тәбиғәт мөхитенә иң кәм кире тәьҫир); туҡталыштарҙың һыу, утын, юлдар менән тәьмин ителгәнлеге; уңайлыҡтары һәм хәүефһеҙлеге; маршрут линияһында урынлашыу буйынса һайлаясаҡтар. Иң яҡшы объекттар ҡиммәтле бүләктәр һәм дипломдар менән наградланасаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика