02:30 (UTC+5), 27 Сентября 2017

Республика һылыуы «Рәсәйҙең Мисс Студенты» конкурсында вице-мисс исеменә лайыҡ булды

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 27 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостан һылыуы Зөһрә Мөхәрәмова «Рәсәйҙең Мисс һәм Мистер Студенттары» конкурсында вице-мисс титулына лайыҡ булды. Был хаҡта «Һылыуҡай-Bashkirian Beauty» студияһы етәксеһе Линара Таһирова хәбәр итте.
Һылыуға тажды Өфөнән икенсе һылыуыбыҙ – ШОС һәм БРИКс илдәренең Студентлыҡ королеваһы Гөлнур Зиннәтова кейҙерҙе.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Мисс һәм Мистер Студент-2017» XI бөтә Рәсәй интеллект, ижад һәм спорт конкурсы Силәбелә уҙҙы. Еңеү өсөн илебеҙҙең төрлө төбәктәренән 50 студент: 33 ҡыҙ һәм 17 егет көрәште. Конкурста Башҡортостан Республикаһы исеменән «Bashkirian Beauty» студияһы моделдәре: Башҡорт дәүләт университетының Башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында 4-се курста уҡып йөрөүсе Зөһрә Мөхәрәмова һәм Өфө дәүләт авиация техник университетының информатика һәм робототехника факультетында шулай уҡ 4-се курста белем алыусы Данис Йосопов сығыш яһаны.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика