06:00 (UTC+5), 27 Сентября 2017

Республика йәйгеһен балаларҙы сәләмәтләндереүгә 1,5 миллиард һум тотонған

Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 27 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Башҡортостанда сәләмәтләндереү кампанияһы яҡынса 1,5 миллиард һумға төшкән һәм 210 мең ҡыҙ һәм малайҙы йәлеп иткән. Улар иҫәбендә ауыр тормош хәлендә булған, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған, инвалид, шулай уҡ аҙ тәьмин ителгән, ҡасаҡ һәм мәжбүри күсенгән ғаиләләрҙәге балалар. Бынан тыш, төбәк уҡыусыларының бер өлөшө республиканан ситтә: Ҡара диңгеҙ буйында, Ҡырым Республикаһында, Бөйөк Британия һәм Болгарияның халыҡ-ара үҙәктәрендә ял итте. Йәйге кампанияның йомғаҡтары буйынса ял иткәндәрҙең 91 процентында сәләмәтләнеү һөҙөмтәһе асыҡ күренә.
Был мәғлүмәт Волга буйы федераль округындағы округ кәңәшмәһендә килтерелде. Балалар ялын ойоштороу – Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкилдең айырым контролендә.
Кәңәшмәлә тейешле эшмәкәрлек өлкәһен контролдә тотоусы төбәк башҡарма власть органдары етәкселәре, территориаль Роспотребназор, Рәсәй Эске эштәр министрлығы һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы органдары вәкилдәре ҡатнашты.
Башҡортостан Мәғариф министрлығы хәбәр итеүенсә, йәйге осорҙа төп эш йүнәлештәренең береһе булып үҫмерҙәрҙе ижтимағи-файҙалы эшмәкәрлеккә йәлеп итеү тора. Быйыл йәйгеһен 183 мең ҡыҙ һәм егет хеҙмәт эшмәкәрлегенә йәлеп ителде.
Кәңәшмә йомғаҡтары буйынса төбәк башҡарма власть органдары етәкселәренә 2018 йылғы йәйге сәләмәтләндереү кампанияһы барышында балаларҙың шифахана-курорт учреждениеларында, ҡала һәм ҡала эргәһе лагерҙарында булыу осорон хәүефһеҙ һәм уңайлы итеп ойоштороу буйынса кәрәкле саралар ҡабул итергә йөкмәтелде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика