12:52 (UTC+5), 27 Сентября 2017

Башҡортостанда йәшәүселәргә мышыға һунар итеү хоҡуғы бирелә

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 27 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 29 сентябрҙә Башҡортостандың Экология министрлығында (Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 86) республиканың дөйөм һунар биләмәләрендә мышы һәм ҡоралай атыу өсөн рөхсәт алыу хоҡуғына йәрәбә һалыу була. Республиканың 18 районында йәшәүселәр рөхсәт алыу хоҡуғына ғариза биргән. Йәрәбәлә ҡатнашҡан һунарсыларҙың исемлеге ведомствоның сайтында баҫылған.
19 августан республикала һыу ҡоштарына, ҡарағай урманы, һаҙлыҡ һәм ҡыр йәнлектәренә һунар асылған. 2017 йылдың аҙағына тиклем һуйыр, ҡор һәм өйрәк ауларға рөхсәт ителә. Августа йәрәбә барышында 41 һунарсы 10 районда һоро айыу атырға рөхсәт алды. 15 октябрҙән 15 ғинуарға тиклем тәбиғәтте һаҡлау министрлығы төлкөгә һәм ҡуянға һунар итеүҙе тыйҙы.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика