04:00 (UTC+5), 27 Сентября 2017

Башҡортостан дәүләт университеты ғалимдары-химиктар Рәсәй фундаменталь тикшеренеүҙәр грантын отто

Эльмира Сабирова
ӨФӨ, 2017 йыл, 27 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡорт дәүләт университетының химия факультетының органик һәм биоорганик, физик химияһы һәм химик экологияһы кафедраһы хеҙмәткәрҙәре Рәсәй һәм халыҡ-ара йәш ғилми саралар ойоштороу проекттары конкурсында Рәсәй фундаменталь тикшеренеүҙәр фонды грантын отто.
Башҡорт дәүләт университетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, профессорҙар Рифҡәт Тәлипов һәм Әхәт Мостафин етәкселегендә әҙерләнгән «Кислород һәм азот булған биологик әүҙем берләшмәләр химияһы проблемалары һәм ҡаҙаныштары» II бөтә Рәсәй йәштәр конференцияһын ойоштороу проекты 250 мең һум күләмендә Рәсәй фундаменталь тикшеренеүҙәр фонды ярҙамын алды.
«Конференция үҙе 15-18 ноябрҙә үтә. Уның эшендә Рәсәйҙең төрлө ҡалаларынан 150-нән ашыу йәш ғалим ҡатнашасаҡ. Рәсәй Фәндәр академияһының ағза-корреспонденты, Рәсәй Фәндәр академияһы Архивының ғилми-тикшеренеүҙәр үҙәге етәксеһе Александр Толстиков конференцияның рәйесе буласаҡ. Тематик пленар һәм телдән һөйләнгән сессияларҙан тыш, форумда ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар өсөн «Органик берләшмәләрҙең биологик әүҙемлеген фаразлау алымы булараҡ виртуаль скрининг» һәм «Химияла һәм медицинала гетероциклик берләшмәләрҙең роле» тигән темаларға түңәрәк өҫтәлдәр уҙғарыласаҡ», тиелә юғары уҡыу йорто документында.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика