07:13 (UTC+5), 26 Сентября 2017

Башҡортостандың Көйәҙебаш ауылында дауыл эҙемтәләре тулыһынса бөтөрөлдө

«Ауырғазы хәбәрҙәре»
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 26 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостандың Көйәҙебаш ауылында дауыл эҙемтәләре тулыһынса бөтөрөлдө. Быйыл август башында ауылда булған ваҡиғалар тураһында бер нәмә лә хәтерләтмәй, тип яҙа «Ауырғазы хәбәрҙәре» гәзите.
Дауыл һөҙөмтәһендә бик күп йорттар емерелде, ҡайһы берҙәрендә йәшәрлек түгел ине. Бик күп ағастар ауҙы, йорт ҡаралтылары, автомобилдәр зыян күрҙе.
Республика башлығы Рөстәм Хәмитовтың бойороғо менән ауылды тергеҙеү өсөн Башҡортостан ҡаҙнаһынан яҡынса алты миллион һум бүленде. Аҡса зыян күргәндәрҙең иҫәбенә күсерелгән дә инде, тип хәбәр итте Батыр ауыл советы башлығы Флүр Дәминов. 63 хужалыҡҡа ярҙам күрһәтелгән. Аҡсаның суммаһы, тергеҙеү эштәренең майҙанына ҡарап, төрлөсә. Бынан тыш, дауылдан һуң шунда уҡ зыян күргән кешеләр матди ярҙам сифатында бишәр мең һум алды.
Хәҙер ауыл ҡәҙимге тормош менән йәшәй. Ундағы халыҡ республика һәм район етәкселегенә аңлауҙары һәм булышлыҡ итеүҙәре өсөн рәхмәт белдерә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика