11:59 (UTC+5), 25 Сентября 2017

Төбәктә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡырау төшөүе хаҡында иҫкәртә

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 25 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/. Башҡортостанда Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы ҡырау төшөүе хаҡында иҫкәртә. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы Башҡортостан буйынса баш идаралығының гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы мәғлүмәттәренә һылтанып хәбәр итеүенсә, 26 сентябрҙә урыны менән төбәктә 0, -5 градусҡа тиклем һалҡынайтып, ҡырау төшөүе көтөлә.
Был көндә ҡайһы бер райондарҙа бер аҙ ямғыр яуасаҡ, көнсығышта иһә ҡар ҡатыш. Ел төньяҡ-көнсығыштан талғын.
Тупраҡ өҫтөндә ҡырау төшөүгә бәйле ауыл хужалығы культураларына һәләк булыу хәүефе янай. Белгестәр үҫентеләрҙе һаҡлап ҡалыу буйынса саралар күрергә кәңәш итә. Үҫемлектәрҙе ҡырауҙан һаҡлау өсөн уларҙы полимер пленка, һалам менән ябырға кәрәк.
«Юлдарҙа иғтибарлы һәм һаҡ булығыҙ. Водителдәргә юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен һәм тиҙлек режимын үтәү зарур. Өйҙән сыҡҡанда тәҙрәләрҙе, балкондың ишеген ябығыҙ, электр приборҙарын тоҡандырылған килеш ҡалдырмағыҙ. Төҙөк булмаған электр приборҙарын файҙаланмағыҙ», — тип иҫкәрттеләр халыҡты ведомствола.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика