04:00 (UTC+5), 25 Сентября 2017

Башҡортостанда меңдән ашыу пенсионер никахҡа ингән

Ирина Недялкова
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2017 йыл, 25 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостанда 2016 йылда 60 йәштән өлкәнерәк 680 ир-ат һәм 389 ҡатын-ҡыҙ никахын теркәгән. Уларҙан 91 ир-егет һәм 48 ҡатын-ҡыҙ быны тәүгә эшләгән. Был мәғлүмәтте Башҡортостанстат Оло йәштәгеләр көнөнә арналған сығарылышта килтерә. Белгестәр билдәләүенсә, өлкән быуын вәкилдәре иҡтисади ғына түгел, ғаилә ҡороу әүҙемлеген дә һаҡлап ҡала, был ғүмер оҙонлоғоноң артыуы менән бәйле.
Хәҙерге заман пенсионерҙары 20-30 йыл элекке оло быуын вәкилдәренә ҡарағанда юғары белем кимәленә эйә. Һуңғы халыҡ иҫәбен алыу йомғаҡтары буйынса 60-64 йәш төркөмөндә 1000 кешенән 610-ы ниндәйҙә булһа профессиональ, шул иҫәптән 169 өлкән кеше юғары белемгә эйә ине. 65-69 йәш төркөмөндә – 461 кеше белемле һәм 140-ы юғары белемле. 2010 йылғы бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу йомғаҡтары буйынса, 60-64 йәштәгеләр араһында – 20 процент самаһы, 65-72 йәштәгеләрҙә 5 проценттан ашыуыраҡ эшен дауам итеүселәр.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика