04:48 (UTC+5), 22 Сентября 2017

Республикала 20 кеше бәшмәк менән ағыуланған

Андрей Старостин
Эльмира Сабирова
?Ф?, 2017 йыл, 22 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 2017 йыл башынан Башҡортостанда 20 кеше ҡырағай үҫеүсе бәшмәк менән ағыуланған. Билдәһеҙ һәм ашарға яраҡлыға оҡшаған бәшмәктәрҙе ашау ағыуланыу сәбәбе булған. Иң йыш ағыуланыу осраҡтары Өфөлә һәм Өфө районында теркәлгән, тип мәғлүмәт килтерҙеләр Башҡортостан буйынса Роспотребнадзор хеҙмәтендә.
2016 йылда 41 кеше ағыуланған.
Төп бәшмәк менән ағыуланыу билдәләре уларҙы ашағандан һуң 1,5-2 сәғәттән барлыҡҡа килеүе ихтимал. Ул иһә баш ауыртыу, күңел болғаныу, ҡоҫоу, тәүлегенә 10-15 тапҡырға ҡәҙәр эс китеү (диарея) менән ныҡ итеп эс ауыртыу.
Тик таныш булған һәм юлдан, магистралдәрҙән, тораҡ пункттарынан алыҫ ятҡан урындарҙан ғына бәшмәк йыйырға мөмкин, тип иҫкәрттеләр ведомствола. Иң яҡшыһы бәшмәкте кәрзингә йыйыу – уларҙа яңы килеш оҙағыраҡ һаҡлана. Бәшмәкте һабағы менән киҫеп алырға кәрәк. Бәшмәктәрҙе оҙаҡ һаҡларға ярамай, ямғырлы һәм еүеш көндө улар тиҙерәк боҙола. Эшкәртелмәгән бәшмәктәрҙе бер нисә сәғәт дауамында һыуытҡыста йәки һалҡын урында һаҡларға мөмкин.
Бәшмәктәрҙе һигеҙ йәшкә тиклемге балаларға бирергә ярамай, оло йәштәгеләргә, йөклө һәм имеҙеүсе ҡатындарға ла кәңәш ителмәй. Ағыуланыу билдәләре булғанда шунда уҡ табипҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика