07:15 (UTC+5), 22 Сентября 2017

Өфөнән бер юлы өс һылыуҡай «Мисс Офис-2017» халыҡ-ара матурлыҡ конкурсының ярымфиналына сыҡты

«Мисс Офис»
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 22 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Өфө ҡыҙҙары Анастасия Яковлева, Лилиә Ғибәҙуллина һәм Аймара Әхмәҙиева «Мисс Офис-2017» халыҡ-ара матурлыҡ конкурсының ярымфиналына сыҡты. Әле конкурстың сайтында интернет аша тауыш биреү бара, һуңынан уның һөҙөмтәләре буйынса финалсылар билдәләнә.
Өфөлә һәм Башҡортостанда йәшәүселәр 2017 йылдың 15 октябренә тиклем тәүлегенә бер тапҡыр ошо ҡыҙҙар өсөн тауыш бирә ала. 16 октябрҙә финалға сыҡҡан ҡыҙҙарҙың исемдәре иғлан ителә. Төп бүләк – бер миллион һум.
1 декабргә билдәләнгән йомғаҡлау сараһында тамашасыларҙы Яңы йыл алды шоуы: Рәсәйҙән һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәренән сибәр офис хеҙмәткәрҙәренең дефилеһы, илебеҙ дизайнерҙары коллекцияһы, эстрада йондоҙҙарының сығышы көтә.
Гүзәллек конкурсы еңеүсеһе «Мисс Офис» титулын аласаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика