09:03 (UTC+5), 22 Сентября 2017

22 сентябрь — Автомобилдән баш тартыу көнө

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 22 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. 22 сентябрҙә «Автомобилһеҙ бер көн» акцияһы уҙғарыла. Башҡортостандың Экология министрлығы атмосфера һауаһын һаҡлауға өлөш индерергә һәм уға ҡушылырға саҡыра. Әлеге акцияны ойоштороу идеяһын 1997 йылда Англияла тәҡдим иткәндәр. Дүрт йылдан ошо хәрәкәткә 35 ил ҡушылған.
Башҡортостандың баш ҡалаһы ла донъяла велосипедҡа күсеү йүнәлешен хуплай. 2015 йылдан Өфөлә майҙың өсөнсө йомаһында һәм 22 сентябрҙә «Эшкә велосипед менән» акцияһы үтә. «Һәр саҡ 200-ҙән ашыу кеше ҡатнашырға теләк белдерә. Велосипедта йөрөүҙе популярлаштырыу өсөн ҡалала биҫтәләр эсендә генә түгел, райондар араһында ла велосипед юлдары дөрөҫ һалынырға тейеш. Шулай уҡ велопарковкалар, кейемде алмаштырырға мөмкин булған урындар кәрәк. Әгәр велосипедта йөрөү өсөн шарттар булдырылһа, кешеләр уның менән әүҙемерәк файҙаланыр, юлдарҙа транспорт та аҙыраҡ булыр ине», — тип иҫәпләй акцияның кураторы Артур Бикмөхәмәтов.
Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, Өфөлә автомобилдәрҙән сыҡҡан төтөн бысратыусы матдәләрҙең дөйөм күләменән 35 процент тәшкил итә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика