04:31 (UTC+5), 21 Сентября 2017

Синоптиктар Башҡортостанда ҡыштың нисек килерен хәбәр итте

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 21 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Синоптиктар иҫәпләүенсә, Рәсәйҙең Европа өлөшөнөң көньяғында һәм Урал федераль округында ҡыштың тәүге яртыһы былтырғыға ҡарағанда йылыраҡ булыуы көтөлә. Башгидромет һауа торошона фараздарҙы баҫтырып сығарҙы.
Башҡортостан буйынса ла фараздар әйтелгән. Мәҫәлән, октябрҙә температураның норманан 2,5 градусҡа юғары, ноябрҙең иһә уртаса йыллыҡ күрһәткестәрҙән 5 градусҡа һалҡыныраҡ булыуы көтөлә. Декабрҙә, ғинуарҙа һәм февралдә температура норманан -11, -14,8 градусҡа юғарыраҡ тәшкил итәсәк.
Синоптиктар билдәләүенсә, һуңғы 17 йылда Рәсәй Гидрометүҙәгенең йылытыу миҙгеленә биргән температура режимы фараздары яҡынса 58-81 процентҡа аҡланған. Был мәғлүмәт уны энергетика, транспорт, ауыл хужалығы мәнфәғәттәрендә тәбиғи характерҙағы ғәҙәттән тыш хәл килеп тыуыу хәүефен баһалау өсөн федераль башҡарма власть органдарының файҙаланыуына йүнәлтелгән.
2017-2018 йылдарҙағы ҡышҡы осорҙа һауа торошона фаразды айлыҡ, декада һәм ҡыҫҡа ваҡытлы фараздар менән тулыландырыу күҙаллана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика