12:14 (UTC+5), 21 Сентября 2017

Башҡортостанда ике йыл элек юғалған Вадим Классендың эҙенә төшкәндәр

социаль селтәрҙәр
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 21 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Башҡортостанда ике йыл элек юғалған Вадим Классендың эҙенә төшкәндәр. 30 йәшлек егет 2015 йылдың июнендә Белорет районында Инйәр тештәре һыртына поход мәлендә серле шарттарҙа юғалғайны. Маршрут буйлап барған туристар һүҙгә килешә һәм Вадим, аяғын өйкәтеп, төркөмдән тороп ҡала. Иптәштәре ҡалаға унһыҙ ғына ҡайта. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы һәм йәмәғәтселәр алып барған эҙләү эштәре әлегә тиклем һөҙөмтә бирмәне. Вадимдың кәүҙәһе лә, әйберҙәре лә табылманы. Ләкин ата-әсә улдарының тере булыуына өмөтөн өҙмәй, һәм быйыл уны эҙләү өсөн шәхси детектив Нурсил Ждановты яллағандар.
Әле детектив Благовар районында, йәй көнө унда урындағы халыҡ Вадимға оҡшаған егетте күреп ҡалған.
«Мин бында шаһиттар менән һөйләшеү өсөн махсус рәүештә килдем. Ике кеше уның тап Вадим Классен икәнлеген раҫланы, яңыраҡ егетте НТВ эфирында күреүҙәрен дә әйтте. Тап 15 сентябрҙә телеканалда Вадимды эҙләү эшенең дауам итеүе хаҡында сюжет һәм уның фотоһын күрһәткәйнеләр. Тағы дүрт кеше Вадимға оҡшаған егеттең — иңбашына туристик рюкзак аҫҡан, сланцы кейгән — бесәнлектә эшләгән кешеләр янына килеп, ярҙамлашырға тәҡдим итеүен дәлилләне. Уларға ярҙам кәрәкмәгәс, йәш кеше яҡындағы станцияға нисек барырға кәрәклеген һораған. Бесәнселәр 1444 саҡрым йәки «Казарма» станцияһын күрһәткәс, шунда юл тотҡан. Был хәл 23 июлдә булған. Бынан алдараҡ рюкзак аҫып, тимер юл буйлап китеп барған егетте Берештамаҡта ла күргәндәр. Ләкин бында ошо мәғлүмәтте раҫлаған кешене тапманым, — тип һөйләне Нурсил Жданов. — Бынан тыш, мин 2015 йылда Берештамаҡ янындағы урманда кешенең баш һөйәген тапҡандарын асыҡланым. Ләкин полицияға яҙған ғаризамды бер кем дә иғтибарға алманы, ә ул ваҡытта Вадимды эҙләү буйынса күләмле эштәр алып барылды. Өҫтәүенә полицейскийҙар кисә генә бында килде, һәм, әлбиттә, бер нәмә лә тапманы. Мин ошо факттар менән республиканың Эске эштәр министрлығына мөрәжәғәт иттем. Тиҙҙән уны эҙләү эштәрен тергеҙеү буйынса яңы мәғлүмәт таратылыр, тип уйлайым. Бынан тыш, ошо эш Мәскәүгә тикшереүгә ебәрелгән».
Нурсил Жданов фекеренсә, Вадим Классен иҫән, төрлө факттар ҙа быны раҫлай. Вадим юғалғас та кемдер уның аккаунтына ингән, паролде ул үҙе генә белә ине, ти ата-әсәһе. Икенсенән, егеттең кәүҙәһе табылмаған, өсөнсөнән, Благовар районында тап Вадимды күреүҙәрен раҫлаған кешеләр бар. «Әлбиттә, ошо ваҡыт эсендә уның алыҫҡа, хатта республиканан ситкә лә сығып китеүе ихтимал. Ирекмәндәрҙең ярҙамы бында бик урынлы булыр ине. Мин артабан да урындағы халыҡтан һорашырға һәм уның ҡайҙа китә алыуын асыҡларға йыйынам», — тип өҫтәне детектив.
1 из 1
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика