08:30 (UTC+5), 20 Сентябрь 2017

Бер аҙна эсендә Википедия ирекмәндәре Башҡортостан хаҡында 60-тан ашыу яңы мәҡәлә яҙған

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 20 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Википедияның рус телендәге бүлегендә «Башҡортостан аҙналығы» тамамланды. Ете көн дауамында теләгән һәр кем Башҡортостан географияһы, халҡы, мәҙәниәте, тарихы, иҡтисады, спорты хаҡында мәҡәләләр яҙҙы һәм булғандарын камиллаштырҙы, шулай уҡ Викикеләткә фотоһүрәттәр ҡуйҙы.
«Башҡортостан аҙналығы» «Европа төбәктәре аҙналығы» проекттар серияһының бер өлөшө булып тора. Уның маҡсаты — сифатлы һәм йөкмәткеле мәҡәләләр яҙыу, Википедияны тултырыу буйынса көстәрҙе туплау.
Проектта 20-нән ашыу ирекмән ҡатнашты. Уларҙың бер аҙна эшләү һөҙөмтәһе: 62 мәҡәлә яҙылған һәм 16-һы яҡшыртылған, бер шаблон, 91 һүрәт.
Тулыландырылған мәҡәләләр һәм ҡуйылған һүрәттәр һаны буйынса «Башҡортостан аҙналығы» йыл лидерҙарҙары иҫәбендә, яҙылған мәҡәләләр һаны буйынса исемлектең уртаһында, — тип хәбәр иттеләр Вики-марафонды ойоштороусылар.
«Башҡортостан аҙналығы»ның бөтә материалдары менән бында танышырға мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика