03:30 (UTC+5), 20 Сентябрь 2017

Башҡортостанда Бөтә донъя Фольклориадаһына тәүге арт-объекттар барлыҡҡа килде

Ләйлә Аралбаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 20 сентябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостанда 2020 йылғы Бөтә донъя Фольклориадаһына арналған тәүге арт-объекттар барлыҡҡа килде. Ишембайҙа башҡорт халҡының тарихын һәм йолаларын сағылдырыусы өс скульптура ҡуйылды. «Аҡбуҙат», «Көй» һәм «Урал батыр» башҡорт эпостары һәм риүәйәттәре мотивтары буйынса эшләнгән һәм башҡорт халҡының рухын символлаштыра.
Һындар заманса технологиялар ҡулланып, 10 миллиметр ҡалынлыҡтағы ҡоростан ҡырҡып алынған. Өс арт-объекттан торған ансамбль Ишембай ҡалаһының үҙәгендә Ленин проспекты буйынса урынлашҡан һәм ҡаланың торошона бик килешеп тора. Яңы объекттар Ҡала көнөнә эшләнгән, тип хәбәр итә «Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» порталы.
Проекттың авторы – Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы, Рәсәй Рәссамдар союзы ағзаһы, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты, Ишембай картина галереяһы директоры Рафаэль Ҡадиров. Уның етәкселегендә бер төркөм рәссамдар һәм скульпторҙар командаһы: Дим Ғөбәйҙуллин, Илнур Ильясов, шулай уҡ «ИНМАН» акционерҙар йәмғиәте хеҙмәткәрҙәре эшләгән.
1 из 3
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика